

Туймазы районында питбайк ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә бала үлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төндә Ҡарамалы-Ғөбәй-Мәтәүтамаҡ автомобиль юлының 2-се саҡрымында билдәһеҙ водитель, «Мотоленд» питбайкы менән идара итеп, Кәлшәленән Ҡарамалы ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, өс бәлиғ булмаған йәйәүлене тапатҡан. Аҙаҡ ул транспорт сараһын ташлап, ДТП урынынан ҡасҡан.
Бәрҙереү һөҙөмтәһендә йәйәүлеләрҙең береһе, 14 йәшлек малай, көслө йәрәхәттәр алғандан һуң йән биргән. 17 йәшлек ике үҫмер дауаханаға оҙатылған.
Оператив - эҙләү саралары барышында водитель асыҡланған һәм ҡулға алынған. Ул Туймазынан булған 16 йәшлек үҫмер. Водитель таныҡлығы юҡ. Үҙе әйтеүенсә, был тәгәрмәсле спорт әйберен ата-әсәһе былтыр һатып алған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.