Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Августа , 11:40

Балалар баҡсаларына башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу комплекттары тапшырылды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында «Тере һүҙ» проекты буйынса  республиканың 70 муниципалитетындағы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына тәүге 350 уҡыу-күрһәтмә  комплекты тапшырылды. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Балалар баҡсаларына башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу комплекттары тапшырылдыБалалар баҡсаларына башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу комплекттары тапшырылды
Балалар баҡсаларына башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу комплекттары тапшырылды

5–7 йәшлек балаларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән уҡыу комплекттарын Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләне һәм нәшер итте. Улар Федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптарына ярашлы эшләнгән.

Комплект составына уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн методик ҡулланма ла ингән. Унда дәрестәрҙең конспекттары һәм уҡыу материалдарын файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр урын алған.

Бынан тыш, методик ҡулланманың электрон варианты ла әҙерләнгән. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында табырға мөмкин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас