Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа , 07:29

Йондоҙнамә (3 август – 9 август)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Бәғзеләрҙе үтә ҡатмарлы көндәр көтә. Бер нисә етди мәсьәләне ашығыс рәүештә хәл итергә тура килер. Ашыҡмай, тыныс эш итергә өйрәнгәндәр мотлаҡ уңыр. Йондоҙҙар бурысҡа аҡса бирмәҫкә ҡуша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йондоҙнамә   (3 август – 9 август)Йондоҙнамә   (3 август – 9 август)
Йондоҙнамә (3 август – 9 август)

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Был арала юлға сыҡҡандар һис көтөлмәгән мәшәҡәттәргә юлығыр. Улар ҙур зыян килтермәһә лә, кәйефегеҙҙе боҙоуы ихтимал. Шаршамбыла ҡайһы бер ваҡиға эсегеҙҙе бошорор, бәлки. Тик улар тиҙ онотолор.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Яңыса эш итергә мөмкинлек булыр. Бәғзеләр көсөн һынап ҡарарға тырышыр, моғайын. Бының ахырын асыҡ әйтеүе ауыр – кемдер уңыр, кемдер туңыр. Шулай ҙа эшегеҙ барып сыҡмаһа ла, алған тәжрибәгеҙ ҡалыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна араһында һәр саҡ эске тауышығыҙға таянығыҙ. Ул һеҙҙе алдамаҫ. Тик үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе баһалауығыҙ бик мөһим. Әгәр дөрөҫ самалап эш итһәгеҙ, алға китә алырһығыҙ. Кесе йомала алыҫтан хәбәр килеүе ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)

Көндәр бик шыма үтергә оҡшамай. Ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйер. Кемдер һеҙгә биргән һүҙендә тормаҫ. Әгәр был ваҡиғаларға тыныс ҡараһағыҙ, шаршамбыла дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала ниндәйҙер етди һәм милек менән бәйле мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Икеләнгән саҡта эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул һеҙгә дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер. Аралашыуҙар уңышлы уҙыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Тик уларҙы бойомға ашырыу еңел булмаҫ. Шаршамбыла уйламаған ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Кемдер етди ҡағыҙҙар менән ашығыс эш итер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бәғзеләрҙе был арала мөһим эшлекле һөйләшеүҙәр көтә. Ҡайһы саҡ бер аҙға ваҡытлыса артҡа сигенеү файҙалыраҡ булыр. Кемдер был көндәрҙә йорт-ғаиләгә ҡағылған ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Көндәр һәйбәт килә. Тик уңыштарға өлгәшеү өсөн ныҡлап тырышырға кәрәк. Шул саҡта ғына йондоҙҙарҙың ярҙамын асыҡ тойорһоғоҙ. Һәр хәлдә лә тәртипле һәм иғтибарлы булыуығыҙ мөһим.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был арала бәғзеләр ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләгә яуап табыр. Шаршамбыла яҡындарығыҙ менән бәхәстәр сығыуы ихтимал. Шулай ҙа улар менән уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Йомала ишеткән яҡшы хәбәр кәйефегеҙҙе күтәрер.

Саян (24.10 – 22.11)

Ваҡиғалар үҙгәреүсән буласаҡ. Кәңәшселәр тиҙ эш итергә өндәһә лә, ашыҡмағыҙ. Һәр хәлдә барыһын да ентекле тикшерегеҙ. Тап шулай эшләһәгеҙ, аҙаҡ хаталарҙы төҙәтергә кәрәкмәҫ. Аҡса-милек менән бәйле мәсьәләләрҙә икеләтә һаҡ булығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙналағы хәлдәр һеҙҙән сыҙамлыҡ талап итер. Бөтә өлкәлә лә тейешле һөҙөмтәләргә тиҙ генә өлгәшә алмауығыҙ мөмкин. Йондоҙҙар тыныс ҡына көтөргә кәңәш итә. Уңайлы мәлдәр етеүгә күп ҡалманы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова