

Белем усағы федераль «Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау» программаһы һәм «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса яңыртылды. Башҡортостандың мәғариф министры Ильдар Мәүлетбирҙин эш барышы менән танышып, реконструкцияның сифатын һәм темпын юғары баһаланы.
1990 йылда төҙөлгән бинала бөтә инженер селтәрҙәре – йылытыу, вентиляция, һыу һәм башҡа коммуникациялар – тулыһынса алмаштырылған. Шулай уҡ тәҙрәләр, ишектәр, иҙәндәр, түбә яңыртылған, фасад заманса төҫ алған. Мәктәп биләмәһендә яңы спорт майҙансығы булдырылған, асфальт түшәлгән, ҡойма ҡуйылған. Хәҙер бында видеокүҙәтеү, инеүҙе контролдә тотоу һәм янғын хәүефһеҙлеге системалары эшләй.
Мәктәптә патриотик тәрбиә менән заманса фәнни белем уңышлы берләштерелә. Бында хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге кадет кластары эшләй һәм улар Башҡортостан Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ә 2026 йылдың 1 сентябренән медицина класы ла үҙ ишектәрен асасаҡ.
Яңыртылған матди-техник база уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Мәктәптә дәрестән тыш инновацион модулдәр индереләсәк. Улар араһында:
▪️ «Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) менән идара итеү нигеҙҙәре»;
▪️ «Нейрум» (яһалма интеллект нигеҙҙәре);
▪️ «Хәрби әҙерлек нигеҙҙәре».
Бынан тыш, уҡыусылар өсөн «Тулы көн мәктәбе» проекты ла тормошҡа ашырыласаҡ.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта мәктәпкә ошо уҡыу йортон тамамлаған, Рәсәй Геройы Данила Емельянов исемен биреү мәсьәләһе килештереү стадияһында. Был ҡарар уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә һәм геройҙарҙың батырлығын мәңгеләштереүгә хеҙмәт итәсәк.