Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа , 07:47

Радий Хәбиров Рәсәй Геройын Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Хөкүмәтенең ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән Рәсәй Геройы Тельман Уралбаевҡа юғары республика наградаһы – генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы тапшырылды.

Радий Хәбиров Рәсәй Геройын Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеРадий Хәбиров Рәсәй Геройын Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Радий Хәбиров Рәсәй Геройын Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Миҙалды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Ул Рәсәй Оборона министрлығының 27-се мотоуҡсылар дивизияһы 506-сы полкы батальоны командиры Тельман Уралбаевтың Ватан алдындағы хеҙмәтен юғары баһаланы.

Тельман Уралбаев белдереүенсә, уның батальонында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың күпселеге – Башҡортостан егеттәре. Улар бергәләп Красноармейск ҡалаһын азат итеү операцияһында ҡатнашып, ҡуйылған хәрби бурысты уңышлы үтәгән.

– Башҡортостан яугирҙары – батыр, ҡыйыу һәм ныҡлы рухлы егеттәр. Уларҙың Ватанға тоғролоғо һоҡландыра. Радий Фәрит улы, һеҙгә ошо егеттәрҙе тәрбиәләгәнегеҙ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рәсәй Геройы.

Башҡортостан Башлығы ла яугирға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Һеҙҙең кеүек Ватан һаҡсылары менән ғорурланабыҙ. Егеттәребеҙгә беҙҙең сәләмде һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас