

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров шифахананың инфраструктураһын үҫтереүгә етди иғтибар биреләсәген билдәләне.
— «Красноусол» балалар шифаханаһының инфраструктураһын үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү тураһында килештек. Был учреждениеға мотлаҡ инвестициялар кәрәк. 14 сентябргә тиклем уның үҫеш һәм инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса аныҡ план әҙерләп тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым, — тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикалағы дәүләт ҡарамағындағы һигеҙ шифахананың да уңышлы эшләүен билдәләне.
— Бөгөн уларҙа урындарҙың 90 проценттан ашыуы тулыландырылған, учреждениелар яҡшы табыш менән эшләй. Тимәк, был йүнәлештәге эште артабан да дауам итергә кәрәк, — тине Радий Хәбиров.
Яңыртыуҙан һуң «Красноусол» балалар шифаханаһында бәләкәй пациенттар өсөн дауаланыу һәм ял итеү шарттары тағы ла заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ.