

Он 700-800 гр. Аҡ май - 180гр, ҡаймаҡ - 250 гр. Ярты бал ҡалағы тоҙ һәм ҡамыр ҡабартҡыс, шәкәр ҡомо. Эслегенә: кибете ҡаймағы - 450 -380гр. Ҡарағат - 120-150 гр (крахмал менән әүәләнгән), шәкәр 2-3 аш ҡалағы, йомортҡа 2 дана кәрәк буласаҡ. Бүлмә температураһында булған майҙы һәм ҡаймаҡты ҡушып болғатабыҙ, тоҙ, ҡамыр ҡабартҡыс, шәкәр һалып туҡып алғас, яйлап он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына була һәм йылы урынға һалып торабыҙ ҡаплап 20-30 минутҡа. Эслегенә ҡаймаҡҡа шәкәр һәм ике йомортҡа һалып туҡып-туҡып, матур ғына массаға килгәнсе туҡыйбыҙ. Артабан табаны майлап ,ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә ҡулыбыҙ менән ситтәрен тигеҙләп сығабыҙ . Крахмалланған ҡарағатты тигеҙләп һалып сығабыҙ ҙа, өҫтөнә әҙерләнгән ҡаймаҡ һәм йомортҡанан торған шыйыҡсаны ҡоябыҙ . Крахмалланған ҡарағатты өҫтөнә матур итеп теҙеп сығырға ла була. 180-200 градус эҫелектә, духовкала 30-45 минутта бешереп алабыҙ . Духовканы алдан эҫетергә ҡуйһағыҙ, тиҙерәк тә бешеп сыға. Бешеп сыҡҡас, шәкәр ҡомон һибеп сығабыҙ. Шәкәр пудраһы инде. 🌹 Сәйҙәрегеҙ тәмлее булһын !🌹 Фото шәхси архивтан.