

Уның һүҙҙәренсә, БПЛА операторҙары – «һуғыш аллалары». Улар алғы һыҙыҡта ла, тылда ла мөһим бурыстар үтәй: колонналарҙы һаҡлай, разведка алып бара, утты төҙәтә һәм тыныс халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
«Кемдер үҙен телефон менән компьютерҙан башҡа бер нәмә лә белмәйем тип уйлай икән, тап шундай егеттәр беҙгә кәрәк. Уларҙы ҡыҫҡа ваҡытта кәрәкле күнекмәләргә өйрәтәләр, һәм улар Ватаныбыҙ өсөн ҙур файҙа килтерә ала», — тине Артур Юмағужин.
Ул билдәләүенсә, хәрби комиссариаттарға килгән йәштәр яңы технологияларҙы тиҙ үҙләштерә, яҡшы реакцияға, техник фекерләүгә һәм зирәклеккә эйә.
Артур Юмағужин Ватанды һаҡларға ҡарар иткәндәргә Башҡортостандың хәрби комиссариаттарына мөрәжәғәт итергә кәңәш итте. Уның һүҙҙәренсә, башҡорт батальондары бөтә йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле эшләй, уларҙа ныҡлы тәртип урынлашҡан. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк был подразделениелар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте һәм республика байрағын ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә.
Хатта башҡа төбәктәрҙән хеҙмәт иткән яугирҙар ҙа Башҡортостан байраҡтарын иҫтәлеккә алдыра, Шайморатов орден-медалдәре менән ғорурлана.
«Шуны оноторға ярамай: илебеҙгә ҡаршы илленән ашыу дәүләт эшләй. Ә ил сигендә беҙҙең егеттәр тора. Улар көн һайын ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, рухтары ныҡ, үҙҙәре баҫалҡы һәм батыр. Тап уларҙың ҡаһарманлығы арҡаһында дошман маҡсатына ирешә алмай, ә беҙҙең яугирҙар үҙ маҡсаттарына өлгәшә», — тип йомғаҡланы Артур Йомағужин.