150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай

Уны  БДИ-ла иң юғары 100 балл йыйған,  республикабыҙ юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән абитуриенттар аласаҡ. Документтар 1 августан ҡабул ителә башлай.

150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай
150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай

Республика Башлығының  премияһы һәләтле йәштәрҙе республика вуздарына йәлеп итеү һәм үҙебеҙҙә иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын ҡалдырыу өсөн булдырылған. Ул БДИ-ла иң юғары балл йыйған һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан төбәк вуздарына уҡырға ингән абитуриенттарға бирелә.

БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, бындай сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға шулай уҡ 50 мең һум күләмендә премия ҡаралған.

Түләүҙе рәсмиләштереү өсөн документтарҙың тулы пакетын 20 августҡа тиклем БР мәғариф министрлығына тапшырырға кәрәк.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас