

Танылған блогер Миләүшә Шәйхлисламова яңы йыр яҙҙырырға һәм клип төшөрөргә ниәтләп, тәҡдим буйынса Башҡортостандың йәш артисына мөрәжәғәт итә. Үҙенең теләктәрен ентекләп аңлата, сценарийын ебәрә һәм 10 мең һум күләмендә аванс та түләй.
Әммә оҙаҡ көткәндән һуң артист блогерға бөтөнләй икенсе йыр ебәрә. Миләүшә был эштән баш тартып, аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы һорай. Тик башҡарыусы авансты кире бирергә теләмәгән.
Һөҙөмтәлә блогер йырһыҙ ҙа, клипһыҙ ҙа, 10 мең һум аҡсаһыҙ ҙа ҡала.
Был осраҡ йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: хатта таныштар тәҡдим иткән кешеләр менән дә эшләгәндә килешеү төҙөү һәм бөтә шарттарҙы алдан яҙма рәүештә нығытыу мөһим.