

Колледждар һәм техникумдар заманса уңайлыҡтар менән йыһазландырылған, студенттар Башҡортстаныбыҙҙа талап ителгән һөнәрҙәр буйынса белем ала. Был иһә тыуған төбәгебеҙ өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләү мөмкинлеге бирә.
Иғтибар ҙур
Һуңғы йылдарҙа һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Уҡыу биналары һәм ятаҡтар ремонтлана, яңы ҡорамалдар һатып алына, уҡыу оҫтаханалары яңыса йыһазландырыла. 2022 – 2025 йылдарҙа был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
– 2027 йылда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында Башҡортостанда тағы ла һигеҙ урта һөнәри белем биреү кластеры барлыҡҡа киләсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса, «Профессионалитет» проектына ярашлы, уларҙы булдырыуға 700 миллион һум самаһы грант аласаҡбыҙ. Был программа буйынса колледждарҙы яңыртыуға республика бюджетынан тағы ла 400 миллион һум бүлеп бирәсәкбеҙ.
Ә бөтәһе, һигеҙ яңы кластерҙы иҫәпкә алғанда, беҙҙә 35 кластер буласаҡ. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан илдә – алдынғы. Федераль субсидияларҙың дөйөм суммаһы – 3,113 миллиард һум.
Беҙҙең һөнәри белем биреү системаһы Рәсәйҙә иң ҙуры. Ауыр ваҡытта һыналған матур йолаларыбыҙ бар, студенттарға төплө белем биргән тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Тик уҡыу корпустары, ятаҡтар яңыртыуға мохтаж, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2025 йылдан колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль программа эшләй башлағайны. Уның буйынса бер нисә колледж яңыртыла, киләһе йылдарҙа ла был эш дауам итәсәк.
Башҡортостан «Профессионалитет» федераль проектында ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл республикабыҙҙа 27 белем биреү үҙәге эшләйәсәк. Был күрһәткес буйынса илебеҙ Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында тора. Әлеге проект студенттарға кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә, эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештә булырға ярҙам итә.
Студенттарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Быйыл февралдә «Профессионалдар» чемпионатының төбәк этабы үткәйне. Унда 153 компетенция буйынса 1032 конкурсант көс һынашты. Ярыштар төрлө һөнәр буйынса ойошторолдо һәм йәштәр үҙ һәләтен күрһәтә алды.
Чемпионатта 342 предприятие-партнёр ҙа ҡатнашты. Улар конкурсанттар өсөн стажировкалар һәм эш урындары тәҡдим итте. Был йәш белгестәргә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирҙе.
«Абилимпикс» – мөмкинлектәрҙе киңәйтеү майҙансығы
Республикабыҙҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн йыл һайын «Абилимпикс» милли чемпионатының төбәк этабы ойошторола. Ул һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыш ҡына түгел, ә ҡатнашыусыларға үҙ һәләтен күрһәтеү, яңы тәжрибә туплау һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарау мөмкинлеге лә. Чемпионатта колледж студенттары, мәктәптәр уҡыусылары, шулай уҡ төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша.
Башҡортостанда «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Уның буйынса төбәгебеҙҙә үҫеш үҙәге итеп Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы билдәләнгән. Йылдан-йыл чемпионатта ҡатнашыусылар һаны ла, компетенциялар иҫәбе лә арта.
Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән төркөмгә ингән балаларҙың, йәштәрҙең остаздары уларҙы чемпионатҡа әҙерләүгә, һөнәри оҫталыҡтарын үҫтереүгә бар көсөн һала. Ошо хеҙмәт һөҙөмтәһендә республика вәкилдәре төбәк һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Чемпионатты ойоштороуҙа сурдотәржемәселәр, педагог-психологтар, эксперттар һәм ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Улар белем алыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырып, һәр кемгә үҙ мөмкинлеген асырға ярҙам итә.
Ағымдағы йылдың 24 февралендә баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында «Профессионалдар» төбәк чемпионатын тантаналы ябылыу сараһы ла үтте. Унда еңеүселәр һәм призёрҙар бүләкләнде. Тантанала дәүләт органдары вәкилдәре, предприятие-партнёрҙар һәм чемпионат бағыусылары ҡатнашты. Был сара йәштәрҙең хеҙмәт һөйөүсәнлеген, оҫталығын һәм һөнәри үҫешкә ынтылышын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Колледждарҙа уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы, яңынан-яңы проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы йәштәргә карьера төҙөргә киң мөмкинлектәр аса. Уларҙың ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.