

Ул әрме сафында хеҙмәт иткәндән һуң Күмертау ҡалаһында эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, фронтҡа юлланыу тураһында ҡарарҙы ул икеләнмәй ҡабул итә. Был ҡарар осраҡлы булмай: уның күп кенә туғандары һәм яҡындары ул ваҡытта уҡ хәрби бурыстарын үтәгән була.
Бөгөн «Джигит» махсус хәрби операция биләмәһендә дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарын асыҡлау һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә. Ҡаршы яҡ күпләп ебәргән дрондар хәрби объекттарға ғына түгел, тыныс ҡалаларға ла хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә был хеҙмәт ҙур иғтибар, теүәллек һәм юғары әҙерлек талап итә.
Яугир әйтеүенсә, хәҙерге заман һуғышы тәү сиратта технологияларға нигеҙләнгән. Ошо сәбәпле уҡыуҙар бер ваҡытта ла туҡтамай: яңы күнекмәләр хәрби задание алдынан да, алыштар араһындағы ҡыҫҡа ял ваҡытында ла үҙләштерелә. Яңы белгеслекте өйрәнеү еңел булмаһа ла, ул оҫталығын даими камиллаштыра. «Иң мөһиме – өйрәнергә теләк булһын», – ти ул.
Даими хәүеф шарттарында ла «Джигит» тыныслығын һәм рух ныҡлығын һаҡлай. Ул һәр кешенең ҡурҡыу тойғоһо кисереүен йәшермәй, әммә көслө холоҡ, ихтыяр һәм Ватан алдындағы бурыс тойғоһо һәр ваҡыт өҫтөнлөк ала, тип иҫәпләй.
Был яугирҙең яҙмышында быуындар күсәгилешлеге лә асыҡ сағыла. Уның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышын Берлинға тиклем үтеп, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Бөгөн иһә ейәне ошо батырлыҡ традицияһын дауам итеп, Тыуған илебеҙ именлеген һаҡлауҙа ҡатнаша.
Уға һәм барлыҡ яугирҙарға ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡуйылған бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен һәм тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.