Алтын балыҡ,

#ЮлайКәримовфотоһы

Алтын балыҡ,Алтын балыҡ,
Алтын балыҡ,

Фаузия Кутлугильдина

АЛТЫН БАЛЫҠ /Әкиәт/

Бер бабай килгән ти күлгә емдәр алып,
Ултырған ти яр буйында ҡармаҡ һалып,
Ултыра торғас ҡалҡыуыс төпкә батҡан,
Баҡһаң, ҡармаҡҡа бер балыҡ килеп ҡапҡан.
Ул балыҡ ябай түгел ти, ә Алтындан!
Тәңкәләре нурҙар һибеп балҡып торған!
Күлдән тартып сығарғас бабай ҡармағын,
Алтын балыҡ һамаҡлай икән һамағын.
«Бешереп ашама мине, Изге бабай...»
Түңәрәк күҙҙәре менән ялбарып ҡарай,
«Ниҙәр кәрәк, шул эштәрҙе башҡарырмын,
Тылсымлы ярҙамсың булып яныңда ҡалырмын.
Был күлдең һыуы буйраған, асыҡ түгел,
Кескенә булғанлығын да тартмай күңел,
Алып сыҡсы мине аҡҡан саф йылғаға,
Йөҙөп сығар өсөн оло бер даръяға..
Ебәр мине тыуған яҡта саф һыуыңа,
Йәшәрмен мин томбойоҡло шул йылғала,
Ҡояш нурында тәңкәләр йылтыратып,
Йөҙөрмөн йылғала нурҙарым уйнатып.
Яр буйына килгән сағыңды көтәрмен,
Ни теләйһең, шул теләгеңде үтәрмен.»
Шулай тигән телгә килеп Алтын балыҡ,
Өмөтләнеп, бабай тыңлар тип шатланып...
Торһа ла һаман да ептә ҡармаҡланып.
Яуап көткән ул бабайҙан тынып ҡалып.
Бабай һиҫкәнеп киткән ти был тауыштан,
«Ысын һөйләшәтеме балыҡ? Әллә буштан?
Күпме ғүмер йәшәһәм дә ер йөҙөндә,
Ишетмәнем балыҡтарҙың бер һүҙен дә.»
Ипләп кенә ҡармағынан ысҡындырған,
Наҙлы ғына тәңкәләрен һыйпап алған,
Алып ҡайтыр өсөн уны йылғаһына
Семәрле күнәккә һыуға һалып ҡуйған.
Күнәк, ҡармаҡтарын бик тиҙ йыйнап алып,
Ашыҡҡан ҡарт үҙҙәренең йылғаһына..
«Иркенләп йөҙ, Алтын балыҡ, был йылғала!
Ярҙамдарын бирһен һиңә, Раббым Алла,
Башҡа балыҡтар һикереп уйнаһа ла,
Алтын балыҡ юҡ ине әле беҙҙең һыуҙа..
Әле һинән бер ни ҙә мин һорамайым,
Ялтыра, уйна, Алтынҡай, йөрәк майым!
Ғүмер үтәр, ҡартлығымда мин уйлармын,
Бер саҡ ҡармаҡҡа Алтын балыҡ ҡаптырғайным.»
Шул һүҙҙәрҙе әйтеп йылғаға ебәргән,
Изге ҡарт шулай балыҡҡа фәтихә биргән,
«Әйткәнеңде тыңланым, Алтынҡай! «тигән.
Алтын балыҡ быға шул тиклем һөйөнгән,
Изге ҡартҡа ҡат-ҡат итеп рәхмәт өйгән.
Алтын балыҡ шулай итеп ҡотолған, ти,
Томбойоҡло саф йылғала ул ҡалған, ти,
Бабай үҙе бер ни ҙә һорамаһа ла,
Ҡулынан килгән ярҙамды булдырған, ти.
Әле балыҡ йөҙә тиҙәр шул йылғала,
Бабай ҙа бик йыш була тиҙәр һөҙәк ярҙа,
Алтын балыҡ һикерә тәңкәләр ялтыратып,
Ғәжәйеп моңдар менән уларҙы сылтыратып.
Алтын балыҡ әкиәте булды тамам,
Һөйөнөп йөҙә балыҡ саф йылғала һаман,
Был әкиәт килмәгәндер боронғонан,
Яҙылды ул әле генә, хәҙерге заман...
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
25.06.2016

 

Әйтер һүҙем шул ине һеҙгә, балалар,
Аңламаҫтан ҡармаҡҡа ла йыш ҡабалар,
Алтын балыҡ кеүек һөйләшә белгәндәр
Шундай саҡта ла файҙалы юл табалар.

АЛТЫНБИКӘ инәйегеҙ.

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас