

Төбәк йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:
- 14-35 йәштәгеләр «Йәшлек» форумына ҡатнаша аласаҡ, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала.
- Йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыласаҡ, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары ҡатнаша ала.
- Сара ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ.
- Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.
Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.