Инвестһабантуй үтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бизнес берләшмәләре вәкилдәрен “Урал аръяғы-2026” инвестиция һабантуйына саҡырҙы һәм был майҙансыҡтың стратегик әһәмиәтен билдәләне.

Инвестһабантуй үтәсәкИнвестһабантуй үтәсәк
Инвестһабантуй үтәсәк


 
“Республикабыҙҙа уҙғарылған “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы күптән инде эшлекле осрашыу ғына түгел. Бөгөн ул – барлыҡ илебеҙ өсөн үҫеш мөмкинлектәрен киңәйткән төп идеялар майҙансығы. Йылдан-йыл контракттар суммаһы ғына артмай, ә проекттарҙың кимәле лә күтәрелә бара. Ошоноң менән Башҡортостан әлеге шарттарҙа эш тиҙлеген һаҡлап ҡына ҡалмайынса, заман саҡырыуҙарын үҫештең ҡеүәтле этәргесенә әйләндереү мөмкинлеген раҫлай”, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры. “Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 13 – 15 августа Сибай ҡалаһында үтә. Төп тема – “Еңеү иҡтисады”. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас