Яугир менән никах - ялған булған!

Учалы ҡалаһында прокуратура һәләк булған яугирҙың никахын законһыҙ тип таныны.

Яугир менән никах - ялған булған!Яугир менән никах - ялған булған!
Яугир менән никах - ялған булған!

Учалы район-ара прокуратураһы фиктив никахҡа инеү факты буйынса тикшереү үткәрҙе.

2024 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби хеҙмәт тураһында контракт төҙөлгәнгә тиклем өс көн алда билдәле бер йәшәү урыны булмаған ир менән урындағы ҡатын араһында никах төҙөлгән.

Әммә күҙәтеү саралары ир менән ҡатындың бергә йәшәмәүен, киләсәккә пландар төҙөмәүен күрһәтә.

Прокуратура никахты һәм ул туралағы акт яҙмаһын ғәмәлдән сығарыу тураһында дәғүә ғаризаһын судҡа ебәрә.

Суд прокурорҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерә. Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Бынан тыш, ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереү сиктәрендә хоҡуҡи баһа бирелә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас