

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры, капитан Фәдис Солтанов һүҙҙәренсә, был ҡарарҙы ҡабул итеүселәрҙе өс төп маҡсат берләштерә: Еңеүгә үҙ өлөшөн индереү, фронттағы яҡындарына ярҙам итеү һәм матди мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Хәрби хеҙмәткә килгән һәр кешенең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы бар. Офицер миҫал итеп Өфөлә йәшәгән йәш егет хаҡында һөйләне. Ул такси водителе һәм курьер булып эшләгән ваҡытта махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ветерандарҙы һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы йыш йөрөткән. Уларҙың хәрби туғанлыҡ, бер-береңә терәк булыу, рух ныҡлығы һәм ысын дуҫлыҡ хаҡындағы һүҙҙәре егеттең күңеленә тәрән үтеп ингән.
– Уны махсус хәрби операция зонаһына юлланырға ниндәйҙер эске инаныу, үҙенең тормош фәлсәфәһе этәрҙе, – тине Фәдис Солтанов.
Юлға сығыр алдынан егет үҙе лә яңы хеҙмәттең элекке эшенә ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуын, шулай уҡ үҙ көсөн һәм мөмкинлектәрен һынап ҡарарға теләүен белдергән.
Өфөлө һайлап алыу этабында ла юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Ул медицина комиссияһын бер тәүлек эсендә үткән, ә биш блоктан торған профессиональ тестарҙы ни бары 40 минутта тамамлап, иң юғары – беренсе категория алған. Хәҙер ул БПЛА операторы булараҡ махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.
– Ошондай егеттәр күберәк булһын ине. Батырлыҡтар тап шундай кешеләр тарафынан башҡарыла, ә батырлыҡ булған ерҙә Еңеү ҙә яҡыная, – тип билдәләне Фәдис Солтанов.