«Ставрос» дошмандың тиҫтәләгән хәрби техникаһын юҡ иткән

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, һөжүм итеүсе FPV-дрондар операторы «Ставрос» дошмандың тиҫтәләгән хәрби техникаһын һәм ҡоралдарын юҡ иткән. Уның иҫәбендә гексакоптерҙар, дрон-ретрансляторҙар, пикаптар, квадроциклдар, ер өҫтө роботлаштырылған комплекстар, БПЛА антенналары һәм дошмандың ҡорал складтары бар.

«Ставрос» дошмандың тиҫтәләгән хәрби техникаһын юҡ иткән«Ставрос» дошмандың тиҫтәләгән хәрби техникаһын юҡ иткән
«Ставрос» дошмандың тиҫтәләгән хәрби техникаһын юҡ иткән

Бынан тыш, ул бронетехниканы ла уңышлы юҡ итә. Улар араһында Kirpi һәм Oncilla сит ил бронемашиналары, танктар, гаубицалар, шулай уҡ Хорватияла етештерелгән RAK-SA-12 реактив залп уты системаһы ла бар. Айырыуса «Ставрос» ғинуар айында, ялдан ҡайтҡас, үҙен яҡшы күрһәтә — ул бер юлы «Новатор» һәм «Казак» тип аталған ике бронемашинаны юҡ итә.

Белеме буйынса ул программалаусы. Хеҙмәт юлын сервис үҙәгендә башлап, смартфондар һәм компьютерҙар ремонтлаған. Әммә тыныс халыҡҡа ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе күргәс, Ватанды алғы һыҙыҡта һаҡларға тигән ҡарар ҡабул итә.

«Махсус хәрби операция башланғандан алып унда ҡатнашырға теләгем булды. Һуңынан хәрби комиссариаттан шылтыратып, пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итергә әҙерлегемде һоранылар. Мин оҙаҡ уйлап торманым, ризалыҡ бирҙем һәм контрактҡа ҡул ҡуйҙым», — ти «Ставрос».

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө һуғышты пилотһыҙ осоу аппараттарынһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Дрон менән идара итергә өйрәнеү ауыр түгел, әммә оҫталыҡты даими камиллаштырыу, тыныс аҡыл менән эш итеү бик мөһим.

«БПЛА менән идара итеүҙе тиҙ үҙләштерергә мөмкин. Әммә ысын оҫталыҡҡа өлгәшеү күп күнекмә талап итә. Эске ҡабаланлыҡ булырға тейеш түгел — һәр эште һалҡын аҡыл менән башҡарырға кәрәк. Был һәр ваҡыт еңел түгел, ләкин тап шуға ынтылырға кәрәк», — тип билдәләй ул.

Бөгөн «Ставросты» тыуған йортонда олатаһы, өләсәһе һәм һөйгән ҡыҙы көтә. Ә еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандан һуң ул электрон техниканы ремонтлау өлкәһендәге эшен дауам итергә, һөнәри яҡтан үҫергә һәм кешеләргә файҙа килтерергә ниәтләй.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас