«Ярик» IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Ярик» позывнойлы яугир юғары дәүләт наградаһы — IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

«Ярик» IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнде«Ярик» IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнде
«Ярик» IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнде

Кесе сержант, взвод радиотелефонисы «Ярик» Дыуан районының Ярославка ауылында тыуып үҫкән. Ул махсус хәрби операцияла 2022 йылдың сентябренән хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәт юлын ул 2007–2008 йылдарҙа ашығыс хеҙмәттән башлай. Артабан контракт буйынса Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Был осорҙа ул «Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән өсөн» һәм «Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны» миҙалдарына лайыҡ була.

Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Ярик» шулай уҡ «МХО-ла ҡатнашыусыға», «Украиналағы хәрби хәрәкәттәр ветераны», II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби айырмалыҡтары өсөн», генерал Шайморатов миҙалдары, шулай уҡ командованиеның Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас