Сәфәр айы башланды. Был айҙа никах уҡытырға яраймы?

Һижри календарь буйынса икенсе ай – Сәфәр айы башланды. Был айҙың килеп сығыуы тураһында ике фекер бар.

Беренсе фекер буйынса, ул «сәфәргә сығыу», «сәйәхәт итеү» мәғәнәһендәге һүҙҙән алынған. Сөнки боронғо ғәрәптәр ошо осорҙа йорттарын һәм ғаиләләрен ҡалдырып, алыҫ юлдарға сыҡҡан.

Икенсе фекер буйынса, «сәфәр» һүҙе «һары» тигән мәғәнәнән килеп сыҡҡан. Сөнки ошо ваҡытта ғәрәп сүлдәрендә ғәҙәттә көҙ миҙгеле башланған.

Ни өсөн Сәфәр айын хәүефле ай тип атайҙар?

Сәфәр айына бәйле киң таралған яңылыш ҡараш бар. Ҡайһы берәүҙәр уны бәхетһеҙлек килтереүсе ай тип иҫәпләй, имеш, ул бәлә-ҡазалар, ҡайғы-хәсрәт килтерә, ә был айҙа яңы эш башларға, бигерәк тә никах уҡырға ярамай, тип уйлай.

Был фекерҙәрҙең береһе лә дөрөҫ түгел. Сөнки Сәфәр айына ҡарата бындай ырым-шырымдар Ислам килгәнгә тиклем, наҙанлыҡ (йәһилиәт) дәүерендә барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта кешеләр төрлө ваҡиғаларҙы айырым билдәләргә бәйләп аңлатырға тырышҡан.

Исламға тиклемге ғәрәптәр Сәфәр айының башланыуынан ҡурҡҡан, үҙҙәрен һәм ғаиләләрен төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлау өсөн төрлө ырымдар башҡарған.

Әммә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ Ислам динен килтергәс, был хөрәфәттәр һәм ырымдар юҡҡа сығарылған. Сөнки Исламда ырым-шырымдарға ышаныуға урын юҡ.

Ҡөрьәндә былай тиелә:

«Ниндәй генә бәлә-ҡаза килһә лә, ул тик Аллаһтың рөхсәте менән генә килә»

(«Тәғәбүн» сүрәһе, 11-се аят).

Шуға күрә ниндәйҙер бәлә-ҡазаларҙы йәки уңышһыҙлыҡтарҙы билдәле бер ай менән бәйләү дөрөҫ түгел.

Хәҙистәрҙә лә насарға юрауҙың Исламда урынһыҙ булыуы, ә яҡшыға өмөт итеүҙең мөһимлеге әйтелә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ әйткән:

«Йоғошло ауырыу үҙенән-үҙе йоҡмай, ҡоштар осоуынан, ябалаҡтан һәм Сәфәр айынан насарлыҡ көтөү юҡ. Был нәмәләрҙә насар билдә юҡ. Сәфәр айында ла насарлыҡ юҡ, ябалаҡ тауышында ла насарлыҡ юҡ.»

Сәфәр айында никах уҡытырға яраймы?

Ярай, сәфәр айы башҡа айҙар кеүек ғәҙәти ай. Дөйөм алғанда, Исламда айҙарҙы бәлә-ҡаза менән бәйләү юҡ. Шуға күрә Сәфәр айында сәйәхәткә сығырға, никах уҡырға йәки яңы эш башларға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ. Был эштәрҙең уңышы ниндәй айҙа башҡарылыуына түгел, ә Аллаһтың рәхмәтенә һәм кешенең тырышлығына бәйле.

Сәфәр айында ниндәй доға уҡырға?

Сәфәр айында уҡылған намаҙҙар, доғалар һәм башҡарылған бөтә изге ғәмәлдәр ҙә, башҡа ваҡыттағы кеүек үк, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителә.

Сәфәр айында түбәндәге доғаны уҡырға мөмкин:

اَللّهُمَّ فَرِّجْنَا بِدُخُولِ الصَّفَرِ وََاخْتِمْ لَنَا بِالْخَيْرِ وَ الظَّفَرِ

Уҡылышы:

Аллаһүммә фәррижнәә би-дүхүүлис-сафәри үә-хтим ләнәә бил-хайри үәз-зафәр.

Мәғәнәһе:

«Эй Аллаһ! Сәфәр айына инеүебеҙҙе шатлыҡлы ит. Был айҙы беҙҙең өсөн игелек, бәрәкәт һәм еңеү менән тамамларға насип ит.»

Шуға күрә Сәфәр айы тураһында яңылыш ҡараштарға әһәмиәт бирмәйек. Аллаһҡа тәүәккәл итеп, иманыбыҙҙы нығытайыҡ, ғибәҙәттәребеҙҙе дауам итәйек, изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ һәм һәр эшебеҙҙә Аллаһтың рәхмәтенә өмөт бағлайыҡ.

Сәфәр айы — рухи яҡтан камиллашыу, ғибәҙәттәрҙе арттырыу һәм Аллаһҡа яҡынайыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Раббыбыҙ был айҙы барыбыҙ өсөн дә бәрәкәтле, тыныс һәм уңышлы итһен. Әмин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас