

Талҡаҫ, Талҡаҫ!
Нисәнсе ҡат инде һиңә килеп,
Хозурлығың менән һоҡланам!
Әле бына ярың шығырым тулы, -
Һиңә килә һис йәм тапмаған.
Матурлығың һинең, көмөш тулҡындарың,
Көньяҡ диңгеҙҙәргә биргеһеҙ.
Бер аҙ ғына булған бында кеше,
Һис кенә лә торалмаҫ һинһеҙ!
Әйләнәңдә мәғрүр ҡаяларың,
Керпек-ҡаштай урман, йәшеллек,
Ҡарап баҡһаң, күҙең айыра алмай,
Һоҡланыуҙан, иҫең китерлек!
Буйҙарыңды иңләй аҡсарлаҡтар,
Ҡарпып уйнай өҫтөңдә балыҡ.
Яндарыңда торам, инде нисәнсе ҡат,
Тәү күргәндәй, һиңә таң ҡалып.
Эй, Талҡаҫым, - йөҙөк ҡашым минең,
Ирәндегем - минең таш йортом!
Бар донъялар имен-аман булып,
Сәскә атһын ине башҡортом!!!
Яндарыңа килеп, Талҡаҫ, - ғәзиз күлем,
Хозурлыҡты күреп туйманым...
Матурлығың һинең ҡыл өҫтөндә...
Тулҡындарға ҡарап уйланым...
#ЮлайКәримовфотоһы