

«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, ммалды ҡаҙанға илтә», - тигән боронғолар. Был һүҙҙәр хаҡ. Кеше күҙе, ысынлап та, кешене ауырыта, йә ҡазаға юлыҡтыра, йә хатта үлтерә Аллам һаҡлаһын.
Шуға ла кем генә, нимә генә һеҙҙе һоҡландырмаһын, һәр ваҡыт артынса: «Бисмилләһ, мә шә Аллаһ», «Мә шә Аллаһ, лә ҡуүүәтә иллә билләһ», «Сүбнәнәллаһ,мә шә Аллаһ, күҙ теймәһен», «Мә шә Аллаһ, тәбәракәлләһ», «Аллаһүммә бәрик ғәләйһи», «Аллаһүммә бәрик фик», «Бәракәллаһү фик» тигән кеүек доға-зекер һүҙҙәрен әйтеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ.
Ошо һүҙҙәр һоҡланған саҡта һоҡланыу тәьҫирен юҡ итәсәк һәм көсһөҙәйтәсәк ин шәә Аллаһ. Кеше күҙенән генә һаҡланыу дөрөҫ түгел, кешеләрҙе лә үҙ күҙебеҙҙән һаҡлайыҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.