

Дөйөм алғанда, бөгөн хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж 31 мең кеше тәшкил итә. Шуларҙың 1,3 меңе иретеп йәбештереүселәргә тура килә. Был перспективалы һөнәрҙе «Кадрҙар»м илли проекты сиктәрендә бушлай үҙләштерергә мөмкин.
БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников «Чиновник һөнәрен алмаштыра» акцияһында иретеп йәбештереүсе ролендә үҙ көсөн һынап ҡараны.
— Был - ғаиләбеҙ һөнәрҙәренең береһе. Атайым Михаил Мельников Нөгөш һыуһаҡлағысын төҙөүселәр араһында йөрөгән. Слесарь уҡыусыһы булған, киске мәктәптә уҡыған, механизацияланған эштәр идаралығының иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе исемен йөрөткән. Был утлы һөнәрҙең романтикаһы миңә яҡын. Оҫта улы булараҡ, йәштәрҙең был иҫ киткес һөнәргә ҡыҙыҡһыныуын тергеҙеү миңә бик оҡшай. Быны «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында «Иң иҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ла раҫлай, — тип билдәләне Юрий Мельников.
Дөйөм алғанда, хеҙмәт баҙарында хәҙер квалификациялы эшселәргә һорау өҫтөнлөк итә - был бөтә тәҡдимдәрҙең 70 проценты булып тора, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.