

1. Табип кәңәштәрен үтәгеҙ. Оло йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәре булған кешеләргә дарыуҙарҙы табип билдәләгән тәртиптә ҡабул итергә кәрәк.
2. Ҡояштың иң ҡыҙҙырған мәлендә тышҡа сыҡмағыҙ. 10:00–17:00 сәғәттәр араһында мөмкин тиклем күләгәлә булығыҙ. Әгәр сығырға тура килһә, еңел, тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем, баш кейеме кейегеҙ һәм үҙегеҙ менән мотлаҡ һыу алығыҙ.
3. Күберәк һыу эсегеҙ. Лимон ҡушылған һыу, шәкәрһеҙ йәшел сәй, компот һәм морс файҙалы. Ә алкоголь, татлы газлы эсемлектәр һыуһынды баҫмай һәм организмға зыян килтерә.
4. Еңел ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Йәшелсә, еләк-емеш, бешерелгән балыҡ, тауыҡ ите кеүек еңел аҙыҡтарҙы һайлағыҙ. Майлы, ҡыҙҙырылған һәм артыҡ татлы ризыҡтарҙы кәметегеҙ.
5. Артыҡ көсөргәнештән һаҡланығыҙ. Эҫелә ауыр физик эш һәм көсөргәнешле спорт менән шөғөлләнеүҙе сикләгеҙ.
6. Кондиционерҙы дөрөҫ ҡулланығыҙ. Бүлмәләге температураны +22...+23 °C-тан түбән төшөрмәгеҙ. Кинәт һыуыныу ҙа һаулыҡҡа зыян килтерергә мөмкин. 7. Өйҙө ҡыҙыуҙан һаҡлағыҙ. Көндөҙ тәҙрәләрҙе һәм ҡорғандарҙы ябып тотоғоҙ. Тәҙрәләрҙе һауа һалҡынайғас, кисен йәки төндә генә асыу яҡшыраҡ. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм йәйҙең һәр көнөн рәхәтләнеп үткәрегеҙ!