

Улар менән Әлшәй районында үткән «Ер ҡото» төбәк-ара фестивалендә танышҡайныҡ.
— «Изгелек һәм хәстәрлек оҫтаханаһы» 90 ирекмәнде берләштерә. Беҙ ике майҙансыҡта — Дәүләкән ҡалаһында һәм Рассвет ауылында эшләйбеҙ. Тегеү һәм селтәр үреү цехыбыҙ бар. 2023 йылдың ғинуарынан алып, дөйөм майҙаны 20 квадрат метрҙан ашыу маскировка селтәрҙәре үрҙек. Икенсе цехта яугирҙар өсөн япмалар, костюмдар, халаттар, япмалар тегәбеҙ. Шулай уҡ йылы билбауҙар, бәйләм әйберҙәр, баш кейемдәре, эске кейем әҙерләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ — яугирҙарға өй йылыһын, хәстәрлегебеҙҙе еткереп, уларҙың хеҙмәтен еңеләйтеү.
Беҙҙең оҫтахана өсөн ҙур ҡыуаныс — ирекмәндәребеҙҙең береһе Резида Мөзәрисова «Милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булһа, Заһит Нәбиевҡа «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы тапшырылды, — ти Дәүләкән районының ветерандар ойошмаһы рәйесе Любовь Ломовицкая.
Заһит ағайҙың улы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашып, бик күп миҙалға лайыҡ булған. Ә Резида Мөзәрисованың ике улы илебеҙҙе һаҡлай.
— Улдарым махсус хәрби операцияға киткәс, ирекмәнлек менән шөғөлләнә башланым. Оҫтаханаға намаҙҙан һуң, майышмай эшләйбеҙ. Бәләкәй улым — снайпер. Ялға ҡайтһа, бөтә кәрәк-яраҡты тейәп ебәрәбеҙ. Өлкәне штурмовик булып хеҙмәт итә. Улдарыма һәм башҡа яугирҙарға ярҙам итергә тырышам, — ти ул.
Оҫтаханаға ярҙам итеп эшләү беҙҙе берләштереп кенә ҡалмай, рухыбыҙҙы күтәрә, ҡайғыбыҙҙы еңеләйтә, Еңеүгә ышанысты арттыра, ти Дәүләкән ирекмәндәре.
Улар тиҙерәк тыныслыҡ етеүен, яугирҙарҙың өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.