Балыҡсылар көнө менән!

Бөгөн — Балыҡсылар көнө! Был матур байрам йыл һайын июль айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Балыҡсылар көнө менән!Балыҡсылар көнө менән!
Балыҡсылар көнө менән!

Ул СССР-ҙың Юғары Советы указына ярашлы балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү маҡсатында булдырылған.

Балыҡсылыҡ — ул ябай ғына шөғөл түгел, ә түҙемлек, оҫталыҡ талап иткән үҙенсәлекле донъя. Балыҡсылар араһында быуындан-быуынға килгән ырымдар ҙа бихисап. Мәҫәлән, балыҡҡа юлланыр алдынан тотасаҡ балыҡтар һанын әйтеп маҡтанмайҙар, сөнки был уңышты ҡасырыр, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ тәүге эләккән балыҡты ихтирам менән ҡабул итеү - яҡшы билдә һанала.

Барлыҡ балыҡсыларға ла һәр ваҡыт балыҡ эләгеүен, мул табыш теләйбеҙ. Байрамығыҙ менән!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова