Өфөлә бер нисә урамда хәрәкәт сикләнәсәк

Сәбәбе етди - юл япмаһын ремонтлау.

Өфөлә бер нисә урамда хәрәкәт сикләнәсәкӨфөлә бер нисә урамда хәрәкәт сикләнәсәк
Өфөлә бер нисә урамда хәрәкәт сикләнәсәк

11 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙән алып 12 июлдең киске сәғәт 8-гә тиклем Комаров һәм Тыныслыҡ урамдары киҫелеше (шул иҫәптән Комаровтан Тыныслыҡ урамына уңға боролош) өлөшләтә, ә кәрәк булғанда тулыһынса ябыласаҡ.

10 июлдән 14-нә тиклем Зәки Вәлиди урамында, Воровский урамынан Карл Маркс урамына тиклемге участкала асфальт һалынасаҡ. Бында юлдың яртыһын ябыласаҡ. Ҡала халҡы өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн сикләү этаплап төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 7-гә хәтлем индереләсәк. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас