

– Был һәләт бәләкәй саҡтан килә тип әйтһәм дә дөрөҫ булыр. Илаған баланы ҡулға алһам, тыныслана, доға уҡып, тын өрөп алам. Ҡот ҡоям, хиджама, бөтә тәнгә һылау эшләйем һәм ҡул менән кешенең ҡайһы ерендә, ниндәй органында проблема барлығын билдәләйем. Был саҡта күҙҙе йомам, ҡулдарҙы тән буйлап йөрөткәндә төҫтәр аша проблемаларҙы күҙаллайым.
Һәр ваҡыт бағымсылыҡ буйынса белем арттырыу маҡсатында төрлө курстарға йөрөйөм, уҡыйым. Әлеге ваҡытта минең остазым психология фәндәре докторы Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Мансурова. Уның алымы һәр кеше үҙ өҫтөндә эшләй алыуын иҫбатлай, килеп тыуған ауырыуҙары еңеп сығыу юлдарын күрһәтә. Өфө ҡалаһында ике тапҡыр семинар үткәрҙек, бөтә Рәсәйҙән уның уҡыусылары һәм дауаланырға теләүселәр йыйылды. Ошо алымдар менән эшләргә Рәйсә Әхмәт ҡыҙы миңә рөхсәт бирҙе.
Ғөмүмән һәр кеше үҙ өҫтөндә эшләй ала. Ярҙам һорап килеүселәргә үҙҙәре өҫтөндә эшләргә, бик ныҡ ауырығандарға поликлиникаға барырға кәңәш итәм. Бағымсыға барҙым да, дауаландым тип әйтеп булмай. Эйе, ҡайһы ваҡытта бер өшкөрөү етә.
Бағымсылыҡ медицинаға нигеҙләнеп атҡарылырға тейеш. Минең медицина буйынса белемем бар, һөнәрем буйынса физикмын. Донъя физика закондарына нигеҙләнеп ҡоролған. Ә минең атайым яҡтан да, әсәйем яғынан да бағымсылар булған, уларҙың рухы миңә көс һәм юл күрһәтә, – ти Гөлфинә апай.
Уға изге эшендә уңыштар теләйбеҙ, күптәрҙе һауыҡтырырға яҙһын!
АВТОР фотоһы.