ШОС-тың йәш ғалимдары лагеры эш башланы

5 июлдән 20 июлгә тиклем Ҡырғыҙстанда тәүге тапҡыр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына (ШОС) ағза дәүләттәрҙең йәш ғалимдары өсөн Халыҡ-ара фәнни-белем биреү лагеры уҙа. 

ШОС-тың йәш ғалимдары лагеры эш башланыШОС-тың йәш ғалимдары лагеры эш башланы
ШОС-тың йәш ғалимдары лагеры эш башланы

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле 10 уҡыусы Бөтә Рәсәй олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге тарафынан һайлап алынды. Лагерҙа Иран, Ҡырғыҙстан, Пакистан, Тажикстан, Һиндостан, Беларусь, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡытай һәм Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнаша. Рәсәй яғынан сараны Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойоштора. Сара Ысыҡ-Күл өлкәһенең Чолпон-Ата ҡалаһындағы «Аҡылман» президент лицейында үтә. Унда ШОС илдәренән килгән мәктәп уҡыусылары, профессорҙар, фәнни етәкселәр, шулай уҡ мәғариф һәм фән өлкәһе вәкилдәре ҡатнаша. — Донъя яңы үҫеш осорона аяҡ баҫты. Хәҙер яһалма интеллект, цифрлы иҡтисад һәм биотехнологиялар төп үҫеш көсөнә әйләнә. Бөгөн дәүләттең ҡеүәте тәбиғи байлыҡтар менән генә түгел, ә кешелек капиталының сифаты, белем кимәле менән дә билдәләнә. Был лагерь йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр, ҡыҙыҡлы идеялар һәм ныҡлы профессиональ бәйләнештәр майҙаны булһын. Балаларыбыҙға һәм бөтә ҡатнашыусыларға уңышлы эш, ҡыйыу фекерҙәр һәм ҙур ҡаҙаныштар теләйем, — тине Аҡмулла университеты ректоры, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Салауат Сәғитов. Әйтергә кәрәк, бөгөн университет дуҫ Ҡырғыҙстандың төрлө төбәктәрендә төҙөлгән туғыҙ Рәсәй-Ҡырғыҙстан мәктәбен кураторлыҡ итә. Лагерҙың төп маҡсаты — халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Ҡатнашыусылар биш йүнәлеш буйынса уртаҡ проекттар әҙерләйәсәк: биомедицина, экологик химия, тергеҙелеүсән энергетика, һыу робототехникаһы һәм астромәғлүмәт фәне (астроинформатика). Тикшеренеүҙәр алдынғы ғалимдар етәкселегендә алып барыласаҡ, ә эш һөҙөмтәләре ШОС йәш ғалимдарының йомғаҡлау симпозиумында тәҡдим ителәсәк. Лагерҙың программаһы төрлө төбәктәрҙән килгән йәштәр өсөн асыҡ. Унда ун ил вәкилдәренең бергә эшләүе киләсәктә берҙәм халыҡ-ара фәнни берләшмә булдырыуға нигеҙ һаласаҡ. — Фән — халыҡтарҙы яҡынайтыусы иң көслө сараларҙың береһе. Лагерҙың миссияһы — тәрән белемле генә түгел, ә халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер, яуаплы фекер йөрөтә белгән һәм уртаҡ киләсәк өсөн тотороҡло ҡарарҙар таба алған яңы быуын ғалимдарын тәрбиәләү. Бынан тыш, уртаҡ фәнни проекттар һәм идеялар менән алмашыу халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығыта, — тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Ҡулланма физика һәм наносенсорика технологиялары» йәштәр лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан делегацияһы кураторы һәм Рәсәйҙең «һыу робототехникаһы» йүнәлеше буйынса вәкиле Азат Ғәлиев. Лагерҙың программаһына ғилми төркөмдәрҙә эшләү, фәнни сессиялар, фекер алышыуҙар, команда туплау саралары һәм практик оҫталыҡ дәрестәре инә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас