«Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу көтөлә

2026 йылдың 9 июленән 11-нә тиклем Өфө районының Ягодная Поляна ауылы янындағы Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡытыу-фәнни үҙәгенең тәжрибә баҫыуҙарында «Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу ойошторола.

«Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу көтөлә«Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу көтөлә
«Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу көтөлә

 

«Конкурста республиканың 45 районынан механизаторҙар ҡатнашырға әҙерләнә», – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

«Баҫыу көнө-2026» форумында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Форум асыҡ һауалағы майҙансыҡта республикала урып йыйыу эштәре башланыр алдынан үткәрелә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас