Көн эҫетәсәк

Алдағы өс көндә республиканы башлыса ҡоро, ҡояшлы һауа торошо көтә, тип хәбәр итә Башгидромет.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көн эҫетәсәкКөн эҫетәсәк
Көн эҫетәсәк

Йәкшәмбе, 5 июлдә, көндөҙгө һауа температураһы +28 °C тәшкил итәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй, бер аҙ болотло буласаҡ.

Дүшәмбе, 6 июлдә, термометр бағанаһы юғарыраҡ күтәреләсәк: көндөҙ һауа +31 °C тиклем йылынасаҡ, төндә +19 °C буласаҡ.

Шишәмбе, 7 июлдә, температура бер аҙ төшәсәк, көндөҙ +26 °C, төнлә +19 °C кимәлендә Һаҡланасаҡ. Көндөң икенсе яртыһында урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ямғырҙар яуыуы ихтимал.

Автор:Айбулат Ишназаров