

Мәләүез районында 1964 йылғы ир ағастан ҡолап төшкән һәм ауыр йәрәхәттәр алған — шул иҫәптән умыртҡа һөйәге һынған.
Шаһиттар уға беренсе ярҙам күрһәткән һәм ашығыс хеҙмәттәр саҡырған. Ҡотҡарыусылар зыян күреүсегә фельдшер алып килгән, ә һуңынан медицина вертолеты ултырыу өсөн майҙансыҡты таҙартҡан. Юлһыҙ урын һәм ирҙең ауыр хәле арҡаһында былай транспорт менән эвакуациялау мөмкин булмаған.
Ҡотҡарыусыларҙың, табиптарҙың һәм пилоттарҙың килешеп эш итеүе арҡаһында зыян күреүсе тиҙ арала Өфө дауаханаһына күсерелгән.