

– Быуын-быуындан килә, өләсәйҙәребеҙ ҙә дауалаған. Атайымдың яғынан атаһы ла бик уҡымышлы булған, ен-шайтанды ла ҡыуған. Әсәйем яғынан олатай-өләсәйҙәребеҙ бик көслө булғандар. Улар кешеләрҙе дауалағандар. Әсәйем дә дауаланы. Бөтәбеҙ ҙә дауалайбыҙ. Иң өлкән ағайыбыҙ үҙе мәсет һалдырҙы, өшкөрһә, килешә. Хәлебеҙ килгәнсә кешегә ярҙам итәбеҙ.
Үҙем массаж эшләйем, ҡот ҡоям, һөлөк һалам. Кешеләрҙең эстәрен күтәреп дауалап, минең ҡулымдан бик күп балалар тыуҙы. Был Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса тием.
Йәйгеһен үләндәр йыйырға яратам. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, күберәк һыу эсегеҙ, хәрәкәт итегеҙ, күнекмәләр эшләгеҙ. Дауаханаларға, дарыуҙарға ғына ышанып ултырмағыҙ, үләндәр йыйығыҙ. Кешегә ярҙам итеп, һауығып китһә, мин дә ҡыуанам, – ти ул.