Июль айы

Йәйге селлә тигәндәреИюль айында була.Аҡландар мәтрүшкә еҫе,Бал еҫе менән тула.

Июль айыИюль айы
Июль айы


 Баҡсала үҫкән көнбағыш
Ҡояшҡа оҡшап тора,
Һары керпектәрен асып,
Яҡтыға башын бора.
 
Ҡырмыҫҡалар ҡанатланып
Осоп йөрөй бер көндө.
Ямғырҙы көтөп, бәшмәктәр
Зонтиктарын бөркәнде.
 
Сәскәләрҙән күҙ ҡамаша,
Ҡыҙҙар йыя гөлләмә.
Июль айы гүзәллекте
Бүләк итә йәлләмәй.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас