

Яугир – БПЛА операторы, крап беретлы инструктор. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Ватаныбыҙ именлеген һаҡлап, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Күптән түгел хәрби заданиены башҡарған ваҡытта уның төркөмө дошман засадаһына эләгә. Һөҙөмтәлә яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре, эш өсөн кәрәкле инструменттары, дрондарҙы йыйыу һәм ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдары булған автомобиль янып юҡҡа сыға.
Яҡташтарының ауыр хәлдә ҡалыуын ишеткәс, район халҡы ситтә ҡалманы. Ни бары ике көн эсендә битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән 55 мең һум аҡса йыйылып, яугирға күсерелде.
Хәҙер был аҡсаға ул хеҙмәтен дауам итеү өсөн кәрәкле инструменттарҙы, комплектлаусы деталдәрҙе һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һатып аласаҡ. Һатып алыуҙар тамамланғандан һуң, «Кадет» яҡташтарына видеомөрәжәғәт юллаясаҡ.
Изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! Берҙәмлектә – көс, ярҙамсыллыҡта – халыҡтың ҙур йөрәге сағыла.