

Флүрә Торсонбаеваны кешеләрҙе Ҡөрьән аяттары уҡып, өшкөрә. Үҙе әйтеүенсә, был һәләт уға бала саҡтан уҡ бирелгән.
– Ҡөрьән аяттарының көсө бик ҙур. Туҡтамай илаған сабыйҙарҙы ла доға менән тынысландырып була. Ҡурҡып ҡалған балаларҙы өшкөрөп дауалайым. Өлкәндәр ҙә төрлө борсоулы хәлдәр менән мөрәжәғәт итә. Дауаланырға ниәтләп килгән һәр кемгә доға уҡып, өшкөрөп ярҙам итергә тырышам, – ти Флүрә апай.
Уның был һәләте нәҫелдән килә. Өләсәһе лә көслө абыстай булған, кешеләргә рухи ярҙам күрһәтеп йәшәгән. Бөгөн Флүрә апайға яңы тыуған сабыйҙарҙан алып оло йәштәге кешеләргә тиклем мөрәжәғәт итәләр. Ул бер кемде лә кире бороп ебәрмәҫкә тырыша.
Торсонбаевтар ғаиләһендә дауалау эшенә Урал ағай ҙа ҙур өлөш индерә. Ул массаж, һылау һәм башҡа халыҡ медицинаһы алымдарын яҡшы белә. Белемен камиллаштырыу маҡсатында медицина колледжында ла уҡып сыҡҡан. Халыҡ медицинаһы өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн уға халыҡ медицинаһы докторы исеме бирелгән.
Урал ағай оҙаҡ йылдар Мәскәүҙәге көнсығыш медицинаһы клиникаһында кешеләрҙе ҡабул итә. Уның хеҙмәт юлы төрлө ҡыҙыҡлы һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ осраҡтарға бай. Хаж сәфәре ваҡытында ла кешеләргә ярҙам итергә насип була уға. Һаулығына зарланып, ауыр йөрөгән кешеләр уның ярҙамынан һуң еңеллек тойоп, хәле яҡшырған осраҡтар күп булған.
Флүрә апай ҙа бер осор Мәскәүҙә эшләп ҡайта. Доға менән дауалауҙан тыш, Торсонбаевтар ғаиләһе сирҙең төрөнә ҡарап массаж да яһай.
Торсонбаевтарҙың төп маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү, күңелдәренә өмөт һәм ышаныс өҫтәү. Борондан килгән дауалау алымдарын һаҡлап, улар бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итә.