« Хәҙер был — дрондар һуғышы»

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Илшат Сафиуллин пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәш буйынса белгес сертификаты алды. Хәҙер ул алған белемдәрен һәм тәжрибәһен тыныс тормошта ла ҡулланып, гражданлыҡ объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә өлөш индерергә ниәтләй.

« Хәҙер был — дрондар һуғышы»« Хәҙер был — дрондар һуғышы»
« Хәҙер был — дрондар һуғышы»

47 йәшлек Илшат Сафиуллин өсөн хәрби хеҙмәт яңылыҡ түгел. Ул йәш сағында уҡ Ватан алдындағы бурысын үтәп, икенсе Чечен кампанияһында ҡатнаша. Ул хеҙмәт иткән 136-сы мотоуҡсылар бригадаһы Дағстанға ебәрелә, унда ул йылдарҙа ҡораллы төркөмдәргә ҡаршы операциялар алып барыла.

Хеҙмәттән ҡайтып, Илшат ғаилә ҡора, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һөнәрен үҙләштереп, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йорттар төҙөү менән шөғөлләнә.

2022 йылдың октябрендә ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизациялана. Хәрби әҙерлек үткәс, штурм ротаһы составында Бахмут йүнәлешенә ебәрелә. Тап шул осорҙа унда иң ҡаты һәм көсөргәнешле алыштар бара.

Ветеран һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа һуғыш тактикаһы тамырынан үҙгәргән. Хәҙер хәрби хәрәкәттәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттары айырыуса ҙур роль уйнай.

— Хәрби хеҙмәтте үткән йылдар менән сағыштырғанда, бөгөнгө алыштарҙың йөҙө бөтөнләй икенсе. Хәҙер был — дрондар һуғышы. Дошмандың һәр аҙымын күҙәтеү мөмкинлеге бар. Шуға күрә һәр хәрәкәтте уйлап эшләргә кәрәк. Баштараҡ дошманда пилотһыҙ аппараттар күберәк ине, әммә хәҙер беҙҙең подразделениелар ҙа заманса техника менән яҡшыраҡ тәьмин ителгән. Өҫтәүенә, үҙебеҙҙең оҫта егеттәр ҙә ялан шарттарында дрондарҙы камиллаштыра, хатта дошмандың бәреп төшөрөлгән аппараттарын яңынан файҙаланыуға әҙерләй, — тип һөйләй Илшат Сафиуллин.

2023 йылда барған ҡаты алыштарҙың береһендә ул контузия ала һәм ҡулын яралата. Бер нисә ҡатмарлы операциянан һуң һауығыу ике йылдан ашыу дауам итә. Уң ҡулының суғы тулыһынса тергеҙелмәһә лә, ул төшөнкөлөккә бирелмәй.

Бөгөн Илшат туғаны етәкләгән металл конструкциялар етештереү цехында эшләй. Улар мунса мейестәре, ҡапҡалар һәм төрлө металл ҡоролмалар әҙерләй.

Әммә ветеран үҙенең яңы белемдәрен дә ҡулланыу мөмкинлеген күрә. Пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәш буйынса махсус әҙерлек үтеп, тейешле сертификат алыуы киләсәктә һауа хәүефтәренән һаҡланыу эшендә ҡатнашыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Илшат Сафиуллиндың тормош юлы — ҡаһарманлыҡтың, ныҡышмаллыҡтың һәм рух көсөнөң сағыу миҫалы. Яу яланында һынмаған ир-уҙаман бөгөн дә ил именлеге өсөн хеҙмәт итеүен дауам итә, үҙенең тәжрибәһе һәм белеме менән йәмғиәткә файҙа килтерә.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас