Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәгән

Төбәктең сәнәғәт министрлығы июнь айында яғыулыҡ сығарыу планға ярашлы йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә булыуын билдәләне.

Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәгәнБашҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәгән
Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәгән

 "Республика биләмәһендә 500-ҙән ашыу яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы бар. Уларҙың күбеһе яғыулыҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләй. Июнь айында яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәгән, йыллыҡ план күрһәткестәре кимәлендә тора. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, ул бөтә ил буйынса таратыла. Һуңғы көндәрҙә бензинға һәм дизель яғыулығына ихтыяж артты. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был һорау ажиотаж тыуҙыра, был иһә АЗС-та сираттар барлыҡҡа килеүенә, спекуляция һәм һатыу өсөн мөмкинлектәргә килтерә. Шулай уҡ шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, етештереү компанияларында күмәртәләп һатыуҙың бәләкәй күләмдәренең өҫтөнлөгө юҡ. Шуға ла яғыулыҡ "Прогресс", "Точка", UfaOil кеүек ваҡлап һатыу өсөн бойондороҡһоҙ АЗС-тарға ебәрелмәй, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың сәнәғәт министрлығынан. - Был бәләкәй АЗС-тар яғыулыҡты хәҙер башҡа нефть трейдерҙарынан, күмәртә баҙарында ҡатнашыусыларҙан һатып ала. Йыш ҡына уларҙың һатыу хаҡы уртаса биржа хаҡынан юғарыраҡ була.

Республикала яғыулыҡ-ҡойоу станцияларында яғыулыҡ дефициты юҡ. Етештереүселәрҙең хаҡ хәле тотороҡло һәм даими контролдә тора. Хәҙер бөтә АЗС-тарҙа яғыулыҡ күләме төп факторҙарҙы иҫәпкә алып яңынан бүленә:

- һәр водитель трасса режимында һәр АЗС-та яғыулыҡ булыуына ышанһын өсөн рациональ территориаль бүленеш;
- яғыулыҡ өсөн сираттар барлыҡҡа килмәһен өсөн, торлаҡ күпләп төҙөлгән урындарында АЗС-тарҙың етерлек күләмдә булыуы.

Хөрмәтле граждандар, һеҙҙән хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм түбәндәге кәңәштәрҙе үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
- автомобилегеҙҙе запасҡа түгел, ә кәрәк саҡта ғына заправкалағыҙ;
- яғыулыҡты автомобилдең багына ғына тултырығыҙ;
- власть органдарының һәм эре тәьмин итеүселәрҙең рәсми мәғлүмәтенә генә ышанығыҙ.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас