

– Үҙ эшемде булдырыу күптәнге маҡсатым ине, – ти Марат. – Социаль контракт ярҙамында был хыялым ысынбарлыҡҡа әүерелде.
Алынған дәүләт ярҙамына ул бәләкәй генә производство бинаһы төҙөгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алған, итте һалҡын ысул менән ыҫлау технологияһын үҙләштергән һәм эшмәкәрлеген башлап ебәргән. Мини-ыҫлыҡты асыу тантанаһында ҡатнашыусылар Марат әҙерләгән продукцияны тәмләп ҡарау мөмкинлегенә лә эйә булған. Һәр кем уның оҫталығын юғары баһалаған, иттәр бик тәмле килеп сыҡҡан.
Эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙымдарын яһарға Маратҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Гөлфиә Ғабдрафиҡова ярҙам иткән. Ул ветеранды башынан аҙағына тиклем оҙатып барған: тәҡдимдәр әҙерләү, бизнес-проект төҙөү, уны яҡлау һәм тормошҡа ашырыу этаптарында һәр саҡ терәк булған. Был эштә шулай уҡ битараф булмаған кешеләрҙең, айырыуса Фидания Муллағәлиеваның ярҙамы ҙур булған.
Мини-ыҫлыҡ асыу юлында Маратҡа ауыл биләмәһе башлығы Римма Мусина, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең Бүздәк ДРСУ филиалы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илдус Локманов, уның урынбаҫары Руслан Янбухтин һәм Бүздәк РЭС етәксеһе Илдар Ҡудаяров та ҙур ярҙам күрһәткән. Уларҙың хәстәрлеге менән йорт яны биләмәһендә уңайлы шарттар булдырылған.
Бөгөн Марат яңы маҡсаттар ҡуя. Киләсәктә ул балыҡ ыҫлау технологияһын да үҙләштерергә ниәтләй. Райондаштарының һәм яҡындарының ярҙамы менән был хыялы ла тиҙҙән тормошҡа ашырына ышаныс ҙур.
Яҡын арала ветеран һаулығын нығытыу өсөн шифаханаға реабилитация үтергә юлланасаҡ. Был бик мөһим, сөнки алда яңы пландар, яңы маҡсаттар көтә. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс-ҡеүәтте тергеҙеү зарур.
Социаль контракт бөгөн махсус хәрби операция ветерандарына матди терәк кенә түгел, ә яңы мөмкинлектәр ҙә аса. Ул яугирҙарға үҙҙәренең яратҡан шөғөлө менән шөғөлләнергә, эш башларға һәм тыныс тормошҡа тулыһынса яраҡлашырға ярҙам итә. Иң мөһиме — кеше үҙенә ышанысын юғалтмай, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Марат Шәриповтың миҫалы бының асыҡ дәлиле.