Өфө фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул итте

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Өфө фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул иттеӨфө фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул итте
Өфө фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул итте

23-27 июндә ойошторолған был байрамда Луганск Халыҡ Республикаһынан, Чечен Республикаһынан, Архангельск өлкәһенең Ненец автономиялы округындағы Нарьян-Мар ҡалаһынан, республикабыҙҙың Күмертау ҡалаһынан килгән ижади коллективтар ҡатнаша.

В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова фольклориадаға әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын билдәләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Тамара Валентиновна Башҡортостандың бөтә күрһәткестәр буйынса һәр ваҡыт алдынғы урында тороуын әйтеп үтте. Мәҙәниәт йорттары һаны буйынса ла ул Рәсәйҙә тәүгеләр рәтен биләй.

Республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын юғары кимәлдә үткәргәс, барыһы ла был байрамдың яҡшы уҙырына ҙур ышаныс менән килгән.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов фольклориаданы ойоштороу урыны итеп Өфөнө һайлап, ышаныс белдергәндәре өсөн Тамара Пуртоваға һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтен белдерҙе.

– Фольклориада Өфөнөң төрлө урынында үтәсәк. Совет майҙанында байрамды асыу тантанаһы уҙғарыла.

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн һәр майҙансыҡта төрлө сара ойошторола.

Фольклориаданы үткәреү Рәсәй Халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналып, халыҡтар берҙәмлегенә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә, бәйләнештәрҙе нығытыуға этәргес булып тора, - тип билдәләне Фәнүр Рәфис улы.

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк филиалы директоры Гөлнур Ҡолһарина бар осорҙа ла халыҡ ижадының һәр саҡ йәшәүен белдерҙе.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, республикабыҙҙың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм башҡалар ҙа матбуғат конференцияһында ихлас ҡатнашты.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас