

Яугирҙар тыуған яҡтарынан нимә һорай, шуны алырға тырышалар. Фронт өсөн FPV-дрондары ла күп талап ителә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн фронтта пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарына ихтыяж ҙур. Был йүнәлештә махсус бүлектәр әүҙем тулыландырыла, йәш һәм маҡсатлы ир-егеттәр контракт буйынса хеҙмәткә йәлеп ителә.
Әммә был һөнәрҙе үҙләштереү өсөн теләк кенә түгел, ориентир алыу, электроника менән эш итә белеү кеүек оҫталыҡтары ҙа кәрәк. Шулай ҙа теләк һәм ныҡлы ҡарар булғанда, бөтә нәмәгә лә өйрәтәләр. “БПЛА операторы булыу өсөн Ватанға хеҙмәт итеү теләге һәм тыуған илде яратыу мөһим. Егеттәрҙе барыһына ла өйрәтәләр. Бөгөнгө йәштәр компьютерҙарҙы, заманса технологияларҙы яҡшы белә, шуға күрә уларҙан оҫта операторҙар сыға ала,” - тип билдәләне Артур Йомағужин.
Ул шулай уҡ фронтта Башҡортостан егеттәренең күп булыуын, уларҙың илгә хеҙмәт итергә әҙер булыуын да белдерҙе. Яугирҙар араһында ҡурҡыу юҡ тиерлек, улар ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәргә әҙер. БПЛА операторҙары айырым мөһим роль уйнай, сөнки улар штурм бүлектәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм уртаҡ маҡсатҡа өлгәшә. Махсус хәрби операциялағы ҡайһы бер яугирҙар хатта үҙаллы дрондар йыйыу һәм ремонтлау оҫтаханаларында эшләй. Был уларҙың һөҙөмтәлелеген тағы ла арттыра. Шулай уҡ Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү эше лә яйға һалынған. Был ярҙам өсөн яугирҙар республика етәкселегенә рәхмәтле. Етештерелгән техника даими камиллаштырыла, фронттан килгән тәҡдимдәр иҫәпкә алына.