

2021 йылда Бөтә донъя фольклориадаһында төрлө илдәрҙән ҡатнашыусылар үҙҙәре менән тәңкәләр алып килгән. Шулар менән биҙәлгән хәситә – экспонат ҡына түгел, ә халыҡтарҙың берҙәмлеген сағылдырған символ.
Был биҙәүес «Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһенең бер өлөшөн алып тора. Күргәҙмә 24 июндә, Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланған көндә, асыла.
Фото БР Милли музей матбуғат хеҙмәтенән.