«БПЛА операторы белемен камиллаштырып торорға тейеш»

«Турок» ҡушаматлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләүсе тәжрибәле белгестәрҙең береһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
«БПЛА операторы белемен камиллаштырып торорға тейеш»«БПЛА операторы белемен камиллаштырып торорға тейеш»
«БПЛА операторы белемен камиллаштырып торорға тейеш»

Ул дошман дрондарын юҡ итеү менән шөғөлләнә, шулай уҡ йәш белгестәрҙе әҙерләүҙә ҡатнаша. Уның һүҙҙәренсә, пилотһыҙ осоу аппараты операторы үҙ белемен һәм күнекмәләрен даими камиллаштырып торорға тейеш.

Республикала ир-егеттәрҙе пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәренә йыйыу дауам итә.

Студенттар өсөн махсус шарттар булдырылған. Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар академик ял рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Хәрби хеҙмәтте тамамлағандан һуң улар уҡыуын бюджет нигеҙендә артабан дауам итә ала. Дошман техникаһын һәм көстәрен юҡ иткән яугирҙарға өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр «Черемушки» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан «Защитник» үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт тураһында ентекле мәғлүмәтте башбат.рф сайтында табырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 122.

Республикала хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙең 50-нән ашыу сараһы ғәмәлдә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова