Яугирҙарға белем алыу мөмкинлеге бар

Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән «Синергия» корпорацияһының «Армия» проекты етәксеһе, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры, запастағы диңгеҙ пехотаһы генерал-майоры Сергей Веретенников килде.

Яугирҙарға белем алыу мөмкинлеге барЯугирҙарға белем алыу мөмкинлеге бар
Яугирҙарға белем алыу мөмкинлеге бар

Ул төбәктең Эске эштәр министрлығы, Яза башҡарыу федераль хеҙмәте (ФСИН) һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәкселеге менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлек формалары һәм ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән махсус хәрби операция зонаһында бурысын үтәүселәр өсөн уҡыу программалары тикшерелде.

«Синергия» корпорацияһы университеты ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлағандарға һәм уларҙың яҡындарына, хеҙмәттән айырылмайынса, бөгөнгө көн талаптарына тура килгән һөнәр алыуға мөмкинлек тәҡдим итә. Әле бында 15 меңдән ашыу махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы һәм уларҙың ғаилә ағзаһы уҡый һәм психологик ярҙам ала. Илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән ситтән тороп уҡырға мөмкин. Һәр студентҡа беркетелгән куратор, командировкалар тап килгән осраҡта, сессияны күсерергә ярҙам итә.

«Беҙҙең университеттың филиалын Башҡортостанда Зарина Лебедева етәкләй. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла филиалыбыҙ бар. Бында хәрби хеҙмәткәрҙәр генә түгел, ә белем алырға теләүселәрҙең барыһы ла мөрәжәғәт итә ала. Филиалдарҙа консультациялар үткәрелә, һөнәр һайлауҙа ярҙам күрһәтелә. Уҡыуҙы тамамлаған бөтә студенттар дәүләт өлгөһөндәге диплом ала», — тип аңлатты Сергей Веретенников.

Фото Башинформдан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас