Путин РФ Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһын раҫланы

Ил етәксеһе 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Путин РФ Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһын раҫланыПутин РФ Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһын раҫланы
Путин РФ Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһын раҫланы
 

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Документ Рәсәйҙең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 2026 йылдың 20 сентябренә тәғәйенләргә», — тиелә дәүләт башлығы указында.

Указ рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров