«Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһенә – 120 йыл

Өфөлә «Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһе  асылыуға 120 йыл тулыуға арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте. Уны Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойошторҙо.

«Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһенә – 120 йыл«Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһенә – 120 йыл
«Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһенә – 120 йыл

Был фәһемле сарала ғилми-тикшеренеү институттары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, Диниә назаратының етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, ислам уҡыу йорттарының етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, шәкерттәр ҡатнашты.

«Түңәрәк өҫтәл» онлайн форматта ла ойошторолдо.

Был сарала «Ғәлиә-Диниә» мәҙрәсәһенең тарихы, уҡытыу эшмәкәрлеге, остаздары,  Зыя Камали шәхесе, ошо уҡыу йортон тамамлаған билдәле заттар хаҡында фәһемле сығыштар яңғыраны.

Шулай уҡ «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар бай тарихлы мәҙрәсәнең XX быуат башында Рәсәй мосолмандарының аң-белемен күтәреүҙәге роле хаҡында күп мәғлүмәт алды.

Фото авторҙан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас