

27 июнгә тиклем барған байрамдың программаһы бик бай йөкмәткеле.
Ойоштороусылар ҡатнашыусылар парадының, әйлән-бәйләндең халыҡҡа бик оҡшаясағына өмөтләнә.
Йәнә шуныһы: фестивалдә фольклориадаға арналған гимндың премьераһы яңғыраясаҡ. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина ижад иткән. Сараны асыу тантанаһында уны Өфө балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәре уҡыусылары – барлығы 200 кеше башҡарасаҡ.
Фольклориадала "Aй йолa" (AY YOLA) төркөмө һәм Заһир Зәйнетдинов (ZAYNETDIN), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтан.