Һарымһаҡ уҡтарын маринадларға була

Әлфиә апай үҙенең рецебы менән бүлеште: Бының өсөн 1200 г уҡтарҙы йыуып, баштарын өҙөргә һәм 4-5 см оҙонлоғонда турарға. Шунан уларҙың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ябып, бер тәүлек тоторға.

Һарымһаҡ уҡтарын маринадларға булаҺарымһаҡ уҡтарын маринадларға була
Һарымһаҡ уҡтарын маринадларға була

750 мл һыуға 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 2 лавр япрағы, 7-8 бөртөклө ҡара борос һалып ҡайнатырға.

Уҡтарҙың һыуын түгеп, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡайнар маринадты ҡойоп, ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм һалҡынса урында һаҡларға.

 Итле аштарға ҡушып ашарға бына тигән ҡабымлыҡ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас