

Был сара Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән белгестәрҙе берләштереп, социаль хеҙмәт өлкәһендә яңы ҡараштар һәм һөҙөмтәле тәжрибәләр менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирҙе.
Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты ойошторған уҡыу курсына илебеҙҙең ун төбәгенән 44 белгес һайлап алынған. Улар араһында министрлыҡ вәкилдәре, табиптар, психологтар, интернат етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Псков өлкәһенән алып алыҫ Якутияға тиклемге киң география был проекттың әһәмиәтен һәм ихтыяжын асыҡ күрһәтә.
Курстың төп маҡсаты – психик ауырыуҙары булған һәм социаль учреждениеларҙа йәшәгән кешеләрҙең тормошон мөмкин тиклем ғәҙәти шарттарға яҡынайтыу. Бөгөнгө көндә был мәсьәлә айырыуса мөһим, сөнки һүҙ матди хәстәрлек тураһында ғына түгел, ә кешенең шәхес булараҡ үҫеше, уның хоҡуҡтары, үҙаллылығы һәм йәмғиәттә үҙ урынын табыуы хаҡында бара.
Төмән өлкәһенән килгән медицина психологы Татьяна Бажок үҙенең эшендә альтернатив коммуникация алымдарын киң ҡулланыуын һөйләне. Телмәре үҫешмәгән балалар өсөн карточкалар, һүрәттәр һәм башҡа махсус саралар ярҙамында аралашыу мөмкинлеге тыуҙырыу – уларҙың донъя менән бәйләнешен нығытыусы мөһим аҙым. Белгес әйтеүенсә, бындай тәжрибәне бөтә махсус учреждениеларҙа ла индерергә мөмкин.
Башҡортостан вәкиле, «Балалыҡ планетаһы» социаль хеҙмәтләндереү йорто директоры Екатерина Уманова ла үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле балалар менән эшләү өсөн профессионализм ғына түгел, ә кешелеклелек, сабырлыҡ һәм һәр баланы ниндәй булһа ла ҡабул итеү һәләте лә кәрәк. Ул бөгөнгө көндә социаль учреждениеларҙың эш алымдарын заман талаптарына яраҡлаштырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған «Вера» хәйриә фонды директоры Нюта Федермессер йәмғиәттә психоневрология интернаттары тураһында йәшәгән күп кенә мифтарҙы юҡҡа сығарырға саҡырҙы. Уның фекеренсә, интернаттарҙа йәшәгән кешеләрҙең күпселеге хәүеф сығанағы түгел, ә тормош һынауҙары алдында ярҙамға мохтаж граждандар. Уларҙың яҙмышы төрлөсә булыуы мөмкин, һәм һәр береһе ихтирамға лайыҡ.
Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова иһә социаль учреждениеларҙа йәшәүселәрҙең тормош сифатын күтәреү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, төп маҡсат – кешеләрҙе ашатып-эсереп кенә түгел, ә уларға үҙҙәрен өйҙәгесә хис итерлек, уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу.
Уҡыу программаһы 2026 йылдың декабренә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан, Санкт-Петербург, Псков, Новосибирск, Төмән һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә үтәсәк модулдәр барышында ҡатнашыусылар яңы белемдәр үҙләштереп кенә ҡалмай, ә үҙ төбәктәрендә реаль үҙгәрештәргә нигеҙ һаласаҡ.
Проект һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең ун төбәгендәге егерме социаль учреждениела конкрет үҙгәртеп ҡороу программалары тормошҡа ашырыласаҡ. Тимәк, йөҙәрләгән кеше өсөн тормош сифаты яҡшырыр, яңы мөмкинлектәр асылыр.
Был осрашыу йәнә бер тапҡыр иҫбатланы: ысын үҙгәрештәр ҙур һүҙҙәрҙән түгел, ә кешеләргә ҡарата ихтирамдан, мәрхәмәттән һәм профессиональ эштән башлана. Ә йәмғиәттең көсө – уның иң ярҙамға мохтаж ағзаларына булған мөнәсәбәтендә.
Анастасия ИВАНЦОВА,
Өфө фән һәм технологиялар университетының II курс студенты.