

«Бөркөт» позывнойлы яугир алып барған разведка һәм утты теүәл көйләү һөҙөмтәһендә дошмандың йөҙәрләгән тере көсө һәм хәрби техникаһы юҡ ителгән. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн ул «Батырлыҡ өсөн», «Ҡыйыулыҡ өсөн» II дәрәжә миҙалдары, «Авдеевканы азат иткән өсөн» миҙалы һәм башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.
Яугирҙың тормош юлы ла еңел булмаған. Ул күп балалы ғаиләлә ун алтынсы бала булып донъяға килгән. Ҡыҙыҡлы факт: һаулыҡ торошо буйынса уны тәүҙә әрмегә лә алмағандар. Әммә ныҡышмалылығы һәм маҡсатҡа ынтылышы үҙенекен иткән.
Ошо уҡ хәл махсус хәрби операция башланғас та ҡабатлана: башта алырға теләмәһәләр ҙә, ул үҙ һүҙендә тора һәм Ватан һаҡсылары сафына баҫа. Бөгөн инде элекке вахта хеҙмәткәре ике йылдан ашыу илебеҙ мәнфәғәттәрен алғы һыҙыҡта яҡлай.
«Бөркөт» фекеренсә, бөгөнгө заман һуғышында дрондарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар ярҙамында яугирҙар дошманды юҡ итеү менән генә сикләнмәй, иң хәүефле нөктәләргә медикаменттар, һыу һәм аҙыҡ-түлек тә еткерә.
Был батыр яугирҙың иң ҙур терәге — уның яратҡан ғаиләһе, ҡыҙы, күңелендәге иманы һәм яҡындарының һөйөүе. Нәҡ улар уға ауыр һынауҙарҙы үтергә көс бирә, һуғыш юлында һаҡлап йөрөтә.
Ҡыйыу йөрәкле «Бөркөт», ҡарашың һәр саҡ үткер, күҙең һәр ваҡыт уяу булһын! Һиңә иҫәнлек-һаулыҡ, ныҡлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Еңеү менән тыуған яғыңа имен-аман әйләнеп ҡайт — беҙ һине көтәбеҙ!